Вариҫлыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Вариҫлыҡ


Төп йортомдан мираҫ булып
Ҡалды иҫке самауыр,
Ҡалды мәҡәлдәр китабы -
Ҙур байлыҡ, рәхмәт яуғыр!

Атам-әсәм - ҡәҙимгеләр,
Ауылса, ябай йорто,
Бер һыйыр ҙа бер быҙауы,
Бер-ике дәдән ҡорто.

Алтын-көмөштәр юҡ ине,
Юҡ ине ҡыҙыл малы*,
Затлы тиренән тундары,
Келәмдәр тулы залы.

Бишебеҙ биш яҡҡа тартып
Ҡоротманыҡ нигеҙҙе,
Әйбер бүлеп талашманыҡ,
Кесегә бирҙек өйҙө.

Һин әсәй урынында тип
Самауыр тотторҙолар,
Дәрәжәмде ҙурҙан ҡуйып
Байытты мине улар.

Иң олола вазифа тип
Бирергә кәңәш-төңәш,
Мәҡәлдәр инселәнеләр,
Иң тосо - минең өлөш

Йыйылһаҡ, самауыр ҡуям
Хәтерләп бала саҡты,
Эргәбеҙҙә кеүек әсәй,
Түребеҙ нурлы, яҡты.

Беҙгә васыят әйткәйне,
Таян аҡылға, тиеп,
Аҡылың етмәгән саҡта
Таян мәҡәлгә, тиеп.

Мәҡәлдәр китабын асһаҡ,
Ул һөйләп торған һымаҡ,
Йомғаҡтай тағалып китә
Тағалмаҫ кеүек йомаҡ.

Ҡарһүҙ тыңлап, сәйҙәр эсә
Ҡалала үҫкән бала...
Аҡыллы һүҙ - алтын тиеп
Ҡуя белһен тим баһа.

Мираҫ уларға ҡала...

  • Ҡыҙыл мал - ҡыйбатлы туҡыма, мануфактура

2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.